Исемең һинең Кеше булыр...
Исемең һинең Кеше булыр.
Тешеңде шығырҙата ҡыҫып, бармаҡтарыңды кетер-кетер төйнәп, ҡыуан: һин тереһең.
Фирүзә төҫөндәге асманға, таңдың ҡыҙыл гәүһәренә, ямғыр тамсыһының ынйыһына һөйөн – берҙән-бер ысулың шул булыр. Яраланып, ҡан батҡағында тыны быуылып ятҡан яугир ҡыуанғандай, һин дә рәхмәт уҡы.
Яуҙа еңелһәң дә, байрағың әле үрә тора, ҡоралыңды ла бысраҡҡа таштамағаң. Мәсхәрә булып ҡасма – йәнеңде аямай дошманға ҡаршы тор.
Башҡа йыуаныс ҡалмай төшһә, ҡан-ҡәрҙәшең өсөн һөйөн. Башҡа бәндәнең ғишығына шатлан, кеше балдарының ҡысҡырып көлөүенә ҡыуан. Ҡарағусҡыл ҡуйы болотҡа ла, асы буранға ла, йәйге ҡыуан елгә лә ҡыуан. Шатлан, һөйөн, рәхмәтле бул – исемең һинең Кеше булыр.

thoughtful
melancholy